+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЯҢЫЛЫҠТАР
8 Апрель 2019, 17:50

Яҡташыбыҙ – еңеүселәр иҫәбендә

Социаль мөнәсәбәттәрҙе көйләү буйынса республиканың өс яҡлы комиссияһының 22 мартта үткән ултырышында “Юғары социаль һөҙөмтәлелекте ойоштороу” Бөтә Рәсәй конкурсында һәм 2018 йылда “Башҡортостан оҫталары” конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләнеләр.

Социаль мөнәсәбәттәрҙе көйләү буйынса республиканың өс яҡлы комиссияһының 22 мартта үткән ултырышында “Юғары социаль һөҙөмтәлелекте ойоштороу” Бөтә Рәсәй конкурсында һәм 2018 йылда “Башҡортостан оҫталары” конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләнеләр.
“Башҡортостан оҫталары” конкурсы төрлө тармаҡтар буйынса һөнәри оҫталыҡ конкурсы еңеүселәрен берләштерә. Беренсе тапҡыр ул 2018 йылда үткәрелде.
Йыйылыусыларҙы тәбрикләп, БР Премьер-министры урынбаҫары Ленара Иванова был тантананың Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы алдынан үткәрелеүе айырым әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.
Шулай уҡ конкурс призерҙары һәм еңеүселәренә наградаларҙы Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт һәм ғаилә министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Юрий Мельников, Профсоюздар Федерацияһының Башҡортостан Республикаһы буйынса рәйесе Марат Хөсәйенов һәм Башҡортостан Республикаһының Эш биреүселәр союзы директоры Владимир Касьянов тапшырҙы.
2018 йылда Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына “Юғары социаль һөҙөмтәлелекте ойоштороу” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында ҡатнашыу өсөн 32 ойошманан 16 номинация буйынса 49 заявка бирелгәйне.
17 ойошма 10 номинацияла конкурс еңеүселәре булып танылды, улар иҫәбендә Дәүләкән районы яуаплылығы сикләнгән «Регионагро» йәмғиәтенән Сәүбән Шәйхетдинов «Таналарҙы һәм һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыу буйынса иң яҡшы оператор» номинацияһында билдәләнде.
Читайте нас: