Һеҙ унда үҙегеҙҙең ижад емештәрегеҙҙе шиғырҙарығыҙҙы, нәҫер-хикәйәләрегеҙҙе урынлаштыра алаһығыҙ. Шулай уҡ үҙегеҙгә оҡшаған авторҙарҙың дүрт юллыҡтарын, күңелегеҙгә ятҡан шиғырҙарын урынлаштырырға мөмкин.
Ижад яланын бергәләп иңләйек, дуҫтар! Был хаҡта үҙегеҙҙең яҡындарығыҙға, дуҫтарығыҙға ла еткерегеҙ. Йәш сикләнмәгән. Мәктәп уҡыусыларының, өлкәндәрҙең, мәғариф, мәҙәниәт, ауыл хужалығы, сәнәғәт тармаҡтары хеҙмәткәрҙәренең һәм башҡаларҙың ижади эштәрен күрергә өмөтләнәбеҙ. Башҡа ҡалаларҙа, райондарҙа йәшәгән яҡташтарыбыҙҙың да шиғырҙарын, нәҫерҙәрен көтөп ҡалабыҙ.