+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЯҢЫЛЫҠТАР
22 Май 2019, 13:12

Кәрәк түгел һуңлап үкенеүҙәр...

Уныние

Уртаҡ яҙмыштарҙы емереп һин
Башҡаларға мине алмаштың.
Һөйөү гөлө шиңеп һулды инде
Яңылыштың шул, һин ныҡ яңылыштың.
Ғүмерлеккә бергә булырға тип
Ник һуң бирҙең ялған вәғәҙәләр?
Ҡыҙым - етем, ә мин – яңғыҙ аҡҡош
Кәрәк түгел, юҡ-юҡ, кәрәк түгел
Һуңлап үкенеүҙәр, тәүбәләр.
Айырылды ғүмер юлдарыбыҙ,
Йөрәктәрҙе ярып уртаға.
Бәхетле бул яңы тормошоңда,
Уҙғандарҙы уйлап уфтанма.
Асыуланма, әгәр яңылыш ҡына
Һинең хаҡта тағы ла уйлаһам.
Үпкәләмә, өҙөлөп һағынғанда
Керпек остарымды сылатһам.
Асыуланма, әгәр һаман көтһәм
Килмәҫеңде күптән белһәм дә.
Үпкәләмә, моң-зарҙарым менән
Йөрәгеңде ҡай-саҡ телһәм дә.
Асыуланма, «онотормон» тиеп
Үҙ-үҙемде әгәр йыуатһам.
Хушлашмай ҙа һинең күҙ алдыңдан
Мәңгелеккә китеп юғалһам.
Асыуланма, берүк асыуланма...
Һинһеҙ яҙҙар наҙҙар түгел ул
Һин булмағас, донъя бушап ҡалды
Һинһеҙ йәшәүемдең йәме юҡ.
Көндәрем – ҡояшһыҙ, төндәр – айһыҙ
Эсер һыуҙарымдың тәме юҡ.
Һин булмағас, яҙҙар наҙҙар түгел
Аҡҡоштар ҙа был яҙ һуңланы.
Ҡар һыуҙары булып илап аға
Күңелемдең һағыш, моңдары.
Ҡар һыуҙары аға... Өнһөҙ генә
Йөрәк илай, һыҙлай, өҙөлә.
Һинһеҙ генә, бер яңғыҙым ғына
Инеп барам һөйөү көҙөнә...
Юнир Ғилманов.
Читайте нас: