-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЯҢЫЛЫҠТАР
29 Май 2019, 12:20

Ҡайындар

Березы

Тау битендә моңһоулана
Япа-яңғыҙ аҡ ҡайын.
Ул ҡайындың моң, зарҙарын
Үҙем генә аңлайым.
Көслө елдәр иҫкән саҡта
Бөгөлә, һығыла аҡ ҡайын.
Ундай хәлдәр таныш миңә,
Һине тик мин аңлайым.
Елдәр тынһа, күккә ҡарап,
Иркен һулап алаһың.
Ҡайын йөрәкһеҙ булмай ул,
Тоям уның яраһын.
Мин дә һинең кеүек, ҡайын,
Һин тауыңда, мин өйҙә.
Ел-дауылға, бурандарға
Бирешмәйек беҙ әйҙә.
Яҙын гөрләп япраҡ ярһаҡ,
Йәй һоҡланыр кешеләр.
Әҙме ерҙә,ҡайынҡайым,
Һинең, минең ишеләр.
Тамырыбыҙ-еребеҙҙә,
Көс, илһам килә ерҙән.
Керпектәге ысыҡтарҙы
Мәрйендәй итеп һибәм.
Йырла, ҡайын елдәремә,
Ҡоштарыма ҡуш(ы)лып.
Үҫентеләр сығып килә
Яндарыңда ҡуш булып.
Үрелеп ҡарай ҡайыным
Күрә ул, күрә, күрә.
Үҫентеләр ҡайыныма
Көс, ҡеүәт, йәшәү бирә.
Яңғыҙ түгелбеҙ, ҡайыным,
Балалар янда саҡта.
Ейән-ейәнсәрҙәр менән
Беҙ әле һаман сафта.
Балалар янда саҡта.
Т. Юсеева.
Читайте нас: