Аллаһы Тәғәлә тотҡан ураҙаларыбыҙҙы ҡабул ҡылһа ине. Тотҡан ураҙа ғибәҙәттәребеҙ хаҡына, уҡылған тәрауих намаҙҙарыбыҙ, ҡылған доғаларыбыҙ, биргән саҙаҡаларыбыҙ һәм теләгән изге теләктәребеҙ хаҡына ил-көндәребеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ, табындарыбыҙ мул булһа ине. Бөйөк Раббыбыҙ күңелдәребеҙҙе мәңгелек иман нуры менән нурландырһын ине! Аҙашыуҙа булғандар һәм насар юлға эләккәндәр, һушына килеп, ошо донъяға аҡыл күҙе менән баҡһындар өсөн, рәхим-шәфҡәттәреңде, ярҙамдарыңды бирһәң ине!
Ғаиләләребеҙгә, йәндәребеҙгә тыныслыҡ, тәндәребеҙгә сәләмәтлек насип итеп ике донъя бәхетенә ирештереп, барсабыҙға ла хәйерле һәм бәрәкәтле тормоштар насип итһә ине.
Ошо бөйөк булған байрам көндәребеҙҙә Ураҙа ғәйетендә ихлас күңелдән изге ғәмәл-ғибәҙәттәр ҡылып, Аллаһы Тәғәләнең икһеҙ-сикһеҙ рәхмәттәренә һәммәбеҙгә лә ирешергә насип булһын!
Беҙҙең илаһыбыҙ — Аллаһ, Китабыбыҙ – Ҡөръән, ҡиблабыҙ – Ҡәғбә, Пәйғәмбәребеҙ – Мөхәммәд Мостафа саләллаһу ғәләйһи вә сәлләм.
Мөбәрәк булһын изге, олуғ булған байрамыбыҙ Ураҙа байрамы! Әмиин!
Дәүләкән ҡалаһы мәсетендә Ураҙа Ғәйете намаҙы 4 июнь 09:00 сәғәттә. Ауылдарҙа Ураҙа Ғәйете намаҙы 10:00 сәғәттә.
Дәүләкән районы Имам - Мөхтәсибе: Рәфис хәҙрәт Сафин.
Мира Вам милости и благословения Всевышнего дорогие мусульмане! Поздравляю Вас с благословленным Ураза Байрам!
Пусть Всевышний примет наш пост. Пусть во имя наших стараний ва этот священный месяц, Господь миров дарует нам жизнь в благодати, чтобы над головой было мирное небо, а на столах было изобилие. Пусть Всевышний озарит наши сердца вечным светом веры! А тех кто из наших близких сбился с пути, пусть Аллах проявит милость к ним и наставит на путь истины и благополучия!
Даруй о Аллах успокоение нашим душам, семейного благополучия, благодати, душевного и телесного здоровья, и не лишай нас счастья вечного и преходящего, одари благополучием в обоих мирах!
В этот великий праздник Ураза Байрам, удостой нас высоких степеней в совершении благодеяний ради Твоего довольствия, возвеличь нас в вере и даруй смирения пред Тобой.
Наш господь – Аллах, наша книга – Коран, наша кибла – Кааба, наш Пророк – Мухаммад Достопочтенный, мира ему и благословения Всевышнего!
Да будет благословен наш величайший праздник Ураза Байрам! Аминь!
В мечети г.Давлеканово праздничная молитва начнется в 09:00ч. В деревнях в 10:00.
Имам Мухтасиб Далевлекановского района: Рафис хазрат Сафин.