-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЯҢЫЛЫҠТАР
27 Июнь 2019, 14:00

Төп бүләк уйнатылды

2019 йылдың икенсе ярты йыллығына район гәзитенә яҙылыу йомғаҡтары буйынса редакцияның төп бүләге – мультиварканы Дәүләкән ҡалаһында йәшәүсе Р.Р. ЛЕОНТЬЕВА отто.

2019 йылдың икенсе ярты йыллығына район гәзитенә яҙылыу йомғаҡтары буйынса редакцияның төп бүләге – мультиварканы Дәүләкән ҡалаһында йәшәүсе Р.Р. Леонтьева отто.
26 июндә, редакция хеҙмәткәрҙәре һәм алты подписчик ҡатнашлығында бүләк уйнатылды, уларҙың барыһы ла был процесты күҙәтеүҙә тотто. Подписка кампанияһы барышында гәзиткә яҙылыусылар араһында аҙна һайын бүләктәр уйнатылды, “Бәхетле автомобиль” конкурсы үткәрелде һәм хәҙер инде төп бүләккә сират етте. Барыһының да тулҡынланыуы һиҙелә ине: кемгә бәхет йылмайыр?
105 гәзит уҡыусы бүләк отоуҙа ҡатнашыу өсөн май, июнь айҙарында үҙҙәренең яҙылыу квитанцияларын редакцияның бухгалтерияһында теркәне. Һәр квитанцияға номер ҡуйылды һәм компьютерға индерелде. Артабан редакция инженерҙарының береһе С.Ю. Ғәниева компьютер ярҙамында экранда осраҡлы һанды асыҡланы.
Р.Р. Леонтьева үҙе әйтеүенсә, бүләк отоуы тураһында хәбәр иткәс, башта мультиварканың уға эләгеүенә ышанып та етеңкерәмәй. Редакцияға бүләк артынан килергә саҡырылғас ҡына ныҡлап ышана. Еңеүсебеҙҙең йөҙөҙнән йылмайыу китмәй.
- Хәҙер мин үҙемә уңайлы ваҡытта тәмле аҙыҡтар әҙерләй алам. Мультиварка кухня плитәһе эргәһендә баҫып тороуҙы талап итмәй, башҡа эштәргә ваҡыт күберәк ҡала. Ни бары был техниканың серенә төшөнөп алырға ғына кәрәк. Ейәндәрем ярҙам итер тип ышанам. Быға тиклем үҙ ғүмеремдә бүләк отҡаным булманы, - тине еңеүсебеҙ “Башҡортостан Республикаһы” БР нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы – Дәүләкән мәғлүмәт үҙәге директоры баш мөхәррир вазифаһын башҡарыусы Т.А. Сәғәҙиеваның ҡулынан ҡиммәтле бүләкте алғанда.
Инәй киләсәктә лә район гәзитенән айырылмаҫҡа һүҙ бирҙе. Бәхетле бүләк отоусы бик тә тулҡынлана ине.
Еңеүселәребеҙҙең барыһын да ихлас ҡотлайбыҙ, ә кемгә бүләк сыҡмаған – бошонмағыҙ. Ваҡыт тиҙ үтә, киләһе подписка кампанияһында бүләк отоуығыҙ ихтимал.
Район гәзитенә тоғро ҡалғанығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәтебҙҙең белдерәбеҙ. Ышанысығыҙҙы аҡтарға тырышырбыҙ, район, ҡала, республика яңылыҡтары, ыңғай үҙгәрештәр тураһында хәбәрҙар булырһығыҙ.
Читайте нас: