+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЯҢЫЛЫҠТАР
27 Июнь 2019, 16:58

Йәйге миҙгел асылды

Калиновка ауылында Рәсәйҙең атҡаҙанған осоусы –һынаусыһы , СССР-ҙың космонавт-һынаусыһы Урал Нәжип улы Солтанов исемендәге халыҡ-ара аэрокосмос мәктәбендә беренсе смена асылды.

Калиновка ауылында Рәсәйҙең атҡаҙанған осоусы –һынаусыһы , СССР-ҙың космонавт-һынаусыһы Урал Нәжип улы Солтанов исемендәге халыҡ-ара аэрокосмос мәктәбендә беренсе смена асылды.
Матур күл буйында урынлашҡан профилле лагерь һигеҙенсе йыл
эшләп килә. Мәктәпте асыу тантанаһына “Көмбәҙ” хәрби-патриотик клубы тәрбиәләнеүселәре, Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыған сит ил студенттары, Башҡорт дәүләт авиация-техник университеты вәкилдәре, уҡыусылар, йәштәр, яҡын-тирәләге ауылдар халҡы, ҡунаҡтар йыйылды.
Первушино аэродром комплексының пилотаж төркөмөнөң күрһәтмә сығыштары , һауалағы вираждар берәүҙе лә вайымһыҙ ҡалдырманы.
Лагерҙы тантаналы асыу хоҡуғы халыҡ-ара аэрокосмос мәктәбе етәксеһе, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты В.В. Аброщенкоға бирелде. Үҙенең сәләмләү һүҙҙәрендә Вячеслав Васильевич абруйлы ҡунаҡтар менән таныштырҙы, барыһын да мәктәптең һигеҙенсе миҙгелен асыу менән тәбрикләне.
Ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Р.М. Әхмәҙинуров, Рәсәй Геройы, осоусы-космонавт, Космонавтар әҙерләү үҙәгенең методик бүлеге начальнигы М.Б. Корниенко, космонавт-һынаусы У.Н. Солтанов сәләмләне. Халыҡ-ара космик станцияһынан Калиновкала йыйылыусыларҙы космонавт Алексей Овчинин, Башҡортостан Республикаһының парашют спорты федерацияһы рәйесе Г.И. Манаевтың ҡотлауы сараға үҙенсәлек өҫтәне.
Үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә ҡатнашыусыларҙың сығыштары Халыҡ-ара аэрокосмос мәктәбен тантаналы асыуҙа ҡатншыусыларҙың кәйефен күтәрҙе.
Лагерҙа һәләтле уҡыусылар – авиация һәм һауала осоу тарихы буйынса А.Ф. Можайский исемендәге халыҡ-ара олимпиадаһы, шулай уҡ башҡа профилле олимпиадалар һәм конкурстар еңеүселәре һәм призерҙары ял итә. Улар өсөн ҡыҙыҡлы һәм тулы программа ҡаралған. Космонавтикаға, авиацияға, инновацияларға, йәмғиәттәге социаль-мәҙәни, экологик мәсьәләләргә вайымһыҙ булмаған уҡыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, семинарҙар һәм лекциялар ҡаралған. Ун көн дауамында улар алдында техник вуздар уҡытыусылары, космонавтар, хәрби летчиктар, рәссамдар, башҡа белгестәр сығыш яһаясаҡ һәм күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткерәсәк.
Читайте нас: