+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЯҢЫЛЫҠТАР
25 Июль 2019, 11:13

Төбәк етәксеһенең эш сәфәре

23 июлдә эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләкән районында булды.

23 июлдә эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләкән районында булды.
Төбәк етәксеһе ике сәнәғәт предприятиеһын: “Нефтемаш” акционерҙар йәмғиәтен һәм яуаплылығы сикләнгән “Сандра” йәмғиәтен ҡараны, етештереү технологияһы, сығарылған продукцияның ассортименты менән танышты, шулай уҡ предприятиены артабан үҫтереү буйынса әңгәмә ҡорҙо.
Радий Хәбиров Баҡса урамында скверҙы төҙөкләндереү проектын ыңғай баһаланы, эштәрҙе комплекслы башҡарырға – газондар булдырырға, юлдарға асфальт түшәргә кәрәклеген әйтте, һөҙөмтәлә сквер матур объектҡа әйләнәсәк.
Карл Маркс һәм Высоковольтный урамдарында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы “Башҡорт ихаталары” программаһының үтәлеше менән ҡыҙыҡһынды. Быйыл районда һигеҙ ихата төҙөкләндерелергә тейеш, унда 24 йорт иҫәпләнә. Финанслау күләме - 20 млн һумдан ашыу. Айырым эш төрҙәре буйынса иҫкәрмә яһалды, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса күрһәтмә бирелде.
Артабан Радий Хәбиров 10 бала тәрбиәләгән Шабалиндар ғаиләһенә ҡунаҡҡа инде. Ярты йыл элек был ғаиләлә унынсы сабый- Устина исемле ҡыҙ донъяға килде. Радий Хәбиров әсәгә Г. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының бала табыу бүлегенә ебәреүҙә ярҙам итә. Был факт тураһында ағымдағы йылдың февралендә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының интернеттағы битендә яҙылды. Радий Фәрит улы күп балалы ата-әсә Светлана һәм Вячеслав менән ихлас аралашты, ниндәй ярҙам кәрәклеге менән ҡыҙыҡһынды, сабыйҙарҙы тәрбиәләүҙә уңыштар теләне һәм республикабыҙҙың ошондай ғаиләләр менән ғорурланыуын билдәләне.
Читайте нас: