Билдәле булыуынса, республикабыҙҙа генерал Шайморатовтың тыуыуының 120 йыллығы киң билдәләп үтелде. Ҡырмыҫҡалы районында яҡташтары арҙаҡлы яугирҙең иҫтәлеге хөрмәтенә киң күләмле сара үткәрҙе. Әйткәндәй, ҡырмыҫҡалылар бындай сара үткәреүҙе матур йолаға әйләндергән. Бында алыш мәлдәрен, тыл хеҙмәтсәндәренең Еңеү өсөн тырышлыҡтарын реконструкцияланған күренештә ҡарарға мөмкин булды. Күптәрҙең ул ауыр 40-сы йылдарҙы, олатай-өләсәйҙәрен, ата-әсәләрен, һуғыш осоронда улар күргән михнәттәрҙе иҫкә төшөрөүҙән күҙҙәренә йәш эркелде. Сара берәүҙе лә тулҡынландырмай ҡалмағандыр.