Йыл тамамлана. «Районка»ға яҙылыу өсөн ваҡыт аҙайғандан-аҙая бара. Киләһе йылда яратҡан баҫмағыҙҙан айырылмайым тиһәгеҙ, почта бүлексәләренә ашығығыҙ. Ҡала һәм район яңылыҡтары менән таныштырып барған, уҡыусылар араһында приздар уйнатҡан баҫма һәр йортҡа килһен.
Әйткәндәй, декабрь айында яҙылыусылар араһында «Асылыкүл»-«Балҡантау» гәзите яңы йыл бүләктәре уйнатасаҡ.
Декабрь аҙағына тиклем район гәзитенә яҙылып, квитанцияһын Туҡай урамы, 1 адресы буйынса килтергән кешеләрҙең шыршы һәм шыршы уйынсыҡтары отоу мөмкинлеге бар.
Бынан тыш, был айҙа барығыҙҙы ла төп бүләк – электр ит турағыс көтә. 2020 йылға подписка тултырған һәм яҙылыу тураһында квитанцияны редакцияға килтергән подписчиктарыбыҙ араһында уйнатыласаҡ ул. Шулай итеп, был айҙа «районка»нан бүләк алыу ихтималлығы икеләтә арта.
2020 йылға гәзиткә яҙылырға ашығығыҙ. Редакцияла альтернатив подписка бара, беҙ һеҙҙе көтәбеҙ.
Район гәзите менән бергә ҡалғанығыҙ өсөн рәхмәт!