-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЯҢЫЛЫҠТАР
13 Февраль 2020, 19:00

Өфөнөң Инорс микрорайонында асылған бассейн спорт төркөмдәренә йыя

Өфө ҡалаһының Инорс микрорайонында йәшәүсе ата-әсәләрҙе балаларын йөҙөү төркөмдәренә яҙҙыртырға саҡыралар.

5 февралдә Т. Йәнәби урамы, 36/1-се йорт адресы буйынса асылған яңы бассейн йөҙөү түңәрәгенә саҡырыуы тураһында иғлан итте. Балаларҙы 10.30 сәғәттән 13.00 сәғәткә һәм 17.00 сәғәттән 19.00 сәғәткә тиклем түбәндәге көндәрҙә йөҙөүгә яҙҙыра алаһығыҙ:
- 11 февралдән 13-нә, 17 февралдән 19-на тиклем – 2013 йылғы балалар;
- 25 февралдән 28-нә тиклем – 2011 йылғы балалар.
Үҙегеҙ менән баланың тыуыу тураһында таныҡлығын һәм ата-әсәнең йәки опекундың паспортын алырға онотмағыҙ.
Абонементтар буйынса һауыҡтырыу төркөмдәренә яҙылыу 3 мартта башланыр, тип көтөлә.
Читайте нас: