+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЯҢЫЛЫҠТАР
13 Февраль 2020, 14:25

Калинин районы Инорс микрорайонында яңы бассейн асылды

5 февралдә Өфөнөң Калинин районы Инорс микрорайонында яңы бассейн асылды. Ул Т. Йәнәби бульварында урынлашҡан.

Бассейнды асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин, шулай уҡ БР Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай һәм Өфө ҡалаһы ҡала округы депутаттары ҡатнашты.
Сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Андрей Назаров киләһе 3-4 йылда республикала тағы 16 бассейн төҙөү планлаштырылғанын билдәләп үтте.
Бассейн заманса һыу таҙартыу системаһы, душ һәм сисенеү бүлмәләре менән йыһазландырылған. Шулай уҡ бында гардероб, врач кабинеты, административ бүлмәләр, тренерҙар кабинеты, эшселәр өсөн бүлмәләр, 100 урынлыҡ трибуна һәм башҡа биналар бар.
Бассейн уҡыу-күнекмә занятиелар үткәреү, балаларҙы йөҙөргә өйрәтеү һәм төбәк ярыштары үткәреү өсөн тәғәйенләнгән.
Читайте нас: