-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЯҢЫЛЫҠТАР
19 Апрель 2020, 11:00

Ҡыяр тиҙ өлгөрһөн тиһәң...

Иртәрәк ашай башлар өсөн ҡасан ултыртырға һуң?

Ултыртыласаҡ ҡыяр орлоғон апрель урталарында, ә асыҡ түтәлгә майҙың беренсе ун көнлөгөндә сәсергә кәңәш ителә. Был осраҡта ҡыяр ғәҙәтәгенән бер ай алдараҡ өлгөрә. Тимәк, 1 июнгә өҫтәлегеҙҙә беренсе ҡыярҙар буласаҡ. Әгәр йылы етмәһә, улар оҙонға үҫә башлаясаҡ. Был осраҡта тәрәнгәрәк төртөп йәиһә төбөнә тупраҡ өҫтәп, ҡотҡарырға була. Теплицаға йәиһә асыҡ түтәлгә ултыртыласаҡ үҫентенең 3-4 япрағы булырҡа тейеш.
Тупраҡ һәйбәт булһа, өҫтәмә ашламалар индереү кәрәкмәй. Шулай ҙа, үҫентеләр хәлһеҙерәк күренһә, минераль ашлама индерергә кәрәк буласаҡ. Уны үҫентеләр шытып сыҡҡандан һуң ике аҙна үткәс эшләргә кәрәк, икенсе тапҡыр ашламаны үҫентене күсереп ултыртыр алдынан бер-ике көн алдан индерергә тәҡдим ителә.
Ашлама 10 литр һыуға бер аш ҡалағы самаһы алына.
Читайте нас: