-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЯҢЫЛЫҠТАР
7 Май 2020, 11:50

Тәбиғәт тә ярҙамға мохтаж

Һай, афарин ташлылар!

Көндәр йылыныу менән тирә-яҡ күҙгә күренеп йәшелләнде. Әммә яр буйҙарындағы сүп-сар йәнде көйҙөрөп, тирә-яҡты йәмһеҙләп ята. Кешеләрҙең вайымһыҙлығы күңелде әрнетә. Ҡыйлыҡтар йәш йәшеллекте боҙмаһын ине лә бит. Тап ошо маҡсатта Ташлы-Шәрип ауылында бер төркөм энтузиастар өмәгә сыҡты һәм йылға буйҙарындағы сүп-сарҙы йыйҙы. Был, әлбиттә, оло эштең бер өлөшө генә. Бер нисә кешенең генә анау тиклем ҡыйлыҡтарҙы юҡ итергә хәленән килмәй. Әммә нисек кенә булмаһын, улар таҙартҡан ер матурланып ҡалды, тәбиғәтебеҙ ҙә бер аҙ тын алғандай булып китте. Йыйылған сүп-сар тоҡтарға тултырылып контейнерҙарға һалынды.
Читайте нас: