«Тамыр» балалар-үҫмерҙәр каналы «Ҡош юлы» Йәштәр хәрәкәте менән берлектә «Ҡош юлы. Балалар» дүртенсе телевизион конкурстың финалын үткәрҙе
Финалға сыҡҡа ун бала яратҡан проекттарының финалында ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды. Тимур Йосопов, Альбина Шәмсетдинова, Ришат Сөләймәнов, Ренат Абдулов, Ильмира Имамова йыл башынан алып был балалар менән ентекле эш алып барҙы. Уларҙың йәнле аралашыуҙарын БЮТ һәм«Тамыр» каналдарында ҡарарға мөмкин ине.
Финал концерты С. Аксаков паркында үтте. Асыҡ һауа аҫтында ҙур ижадҡа тәүге аҙымдарын яһаған балаларҙың йырҙары яңғыраны. Үҫмерҙәрҙең күбеһе үҙҙәре яҙған йырҙарҙы башҡарҙы.
әүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров «Тамыр» телеканалы режиссеры Ләйсән Мәжитоваға Рәхмәт хаты, Мәләүез ҡалаһынан өсөнсө урын алған Айбулат Әхмәтшинға сәғәт тапшырҙы. Икенсе урынға сыҡҡан Рәлиф Бикташев (Ейәнсура районы) «Самрау» нәшриәтенән бүләк алды.Беренсе урын Әбйәлил районынан Динислам Ишмурзинда. Уға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан бүләк тапшырылды.
Гран-при ошо уҡ райондан Нәркәс Баймурзинала. Меценат, музыкант Рөстәм Миһрановтың ҡулынан төп приз – гитараны алыу ҡыҙға уғата дәрт, илһам өҫтәгәндер, әлбиттә.Ҡыҙ үҙе яҙған йырҙы башҡарҙы.
Билдәле радиожурналист, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты ағзаһы Ғәзиз Әбделманов «Тамыр» телеканалының башҡорт телен һаҡлауға баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индереүен билдәләне.
Тамашасылар «Ҡош юлы. Балалар» дүртенсе телевизион конкурстың финалын 10 июлдә 16.00 сәғәттә БЮТ каналында 21.30 сәғәттә «Тамыр» каналында ҡарай ала.