+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 Ноябрь 2023, 11:27

Торлаҡ һатып алыу өсөн ниндәй ташламалы программалар бар?

Ипотека алырғамы-юҡмы — еңел һорау түгел. Алдағы 10-20 йылда ай һайын түләү индерергә кәрәк буласаҡ. Шуға күрә, ошо осорҙа өҙлөкһөҙ эшем булырмы, әгәр ауырыһам, кредитты кем түләр, тигән һорауҙарға яуап биреү мөһим.

Ипотека юллауы еңелерәк булһын өсөн кредит шарттары еңелләштерелде, ә айлыҡ түләүҙәр кәмерәк булһын өсөн дәүләт ташламалы программалар булдырҙы. Улар менән халыҡтың айырым категорияһы ла, мәҫәлән, айтишниктар йәки балалы ғаиләләр, шулай уҡ бөтә рәсәйлеләр ҙә файҙалана ала. Кешеләр түбән ставка буйынса кредит ала, ҡалған өлөшөн дәүләт түләй.

Мәҫәлән, Башҡортостанда торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү өсөн үҙенсәлекле һәм һөҙөмтәле «Торлаҡ өсөн аҡса туплау» программаһы эшләй.

2023 йылдың октябренән дәүләт программаһы буйынса бюджет ярҙамы күләме 1,5 тапҡырға арттырылды: https://vk.cc/cscpy5. Айлыҡ максималь премия 3 меңдән 5 мең һумға тиклем йәки йылына 60 мең һумға тиклем артты. Дәүләт ярҙамы халыҡтың тупланмалары буйынса һөҙөмтәле процент ставкаһын йылына 20 процентҡа тиклем һәм унан юғарыраҡ кимәлдә тәьмин итә. Премияны арттырыу программаның ғәмәлдәге һәм яңы иғәнәселәренә ҡағыла.

«Торлаҡ өсөн аҡса туплау» программаһы кем өсөн эшләй һәм уның менән нисек ҡулланырға — мәғлүмәт ошонда.

Тупланмаларҙың онлайн-калькуляторы һәм тулыраҡ шарттар — жсс-рб.рф сайтында һәм ҡыҙыу линия номеры буйынса: 8 (347) 285 00 97

Торлаҡ мәсьәләләрендә бушлай ярҙам сервисы: спроси.дом.рф

Торлаҡ һатып алыу өсөн тағы ниндәй ташламалы программалар бар — карточкаларҙа ҡарағыҙ

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: