+20 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
17 Май , 15:27

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе бөтә Рәсәй «Минең илем – минең Рәсәйем» автор проекттары конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

Конкурста ҡатнашыусылар үҙҙәре йәшәгән ҡала һәм ауылдарҙы социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү башланғысы менән проект тәҡдим итергә тейеш. Ғаризалар 2024 йылдың 30 сентябренә тиклем ҡабул ителә: vk.cc/cllRFT.

Конкурста ҡатнашыусыларҙың категориялары:
- 14-тән 17 йәшкә тиклем;
- 18-ҙән 35 йәшкә тиклем;
- йәш сикләүе юҡ («Минең педагогик башланғыс», «Минең ғаиләм: быуындар бәйләнеше, ғаилә ҡиммәттәре һәм асылы» номинацияларында ҡатнашыу);
- 13 йәшкә тиклем («Шәжәрә ағасының тылсымлы ептәре» махсус балалар номинацияһында ҡатнашыу).

Номинацияларҙың тулы исемлеге – ошонда: vk.cc/cbvxhP.

Конкурста ҡатнашыу нимә бирә:
- партнер ойошмаларҙа стажировка үтеү һәм эшкә урынлашыу;
- һуңынан конкурс сиктәрендә бушлай белем биреү программалары;
- конкурс партнерҙарының «Сәйәхәттән дә киңерәк» тигән программаһы буйынса Рәсәй буйлап сәйәхәткә сертификат;
- дәүләт власы органдары вәкилдәре ҡатнашлығында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы;
- үҙеңдең проектың менән федераль кимәлдә сығыш яһау, төбәк һәм ил үҫешенә шәхси өлөш индереү мөмкинлеге;
- мәғлүмәти ярҙам;
- Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән фекерҙәштәр менән танышыу.

Тулыраҡ мәғлүмәт – конкурстың рәсми сайтында: vk.cc/a6eeFU.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: