-4 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
21 Июнь , 13:56

Күсемһеҙ милеккә һалынған арест нимә ул?

Күсемһеҙ милеккә арест - нимә ул? «Росреестр»ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы белгестәре аңлата.

Был башҡарыусы-суд приставтары ҡарарҙары, шулай уҡ суд, таможня һәм һалым органдарынан килгән документтар нигеҙендә мөлкәткә һалынған сикләү.

Арест һалыу сәбәптәре:
- автоштрафтар;
- һалымдар һәм йыйымдар буйынса бурыс;
- кредиттар буйынса бурыс;
- коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурыстар;
- теркәлмәгән һалымдар һәм йыйымдар;
- түләнмәгән алименттар.

"Росреестр" күсемһеҙ милеккә арест һалыуға бәйле ҡарарҙар ҡабул итмәй. Арест һалған органдың ҡарары нигеҙендә генә аресты юҡҡа сығарырға мөмкин.

Суд акты йәки вәкәләтле органдың арестты йәки тыйыуҙы юҡҡа сығарыу тураһындағы акты «Росреестр»ға килгәндән һуң өс эш көнө эсендә яҙма ғәмәлдән сығарыла.

«Росреестр» сайтында "Күсемһеҙ милек объекттары буйынса online режимда белешмә мәғлүмәт» сервисы аша объектҡа арест һалыныуын йәки һалынмауын тикшерергә мөмкин: vk.cc/c6IoHM. һеҙгә кадастр номерын йәки объекттың адресын ғына индерергә кәрәк. Хеҙмәт бушлай.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: