-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
27 Сентябрь , 15:26

Берҙәм пособие буйынса чек-ҡағыҙ

Берҙәм пособиены мохтажлыҡ кимәлен комплекслы баһалағандан һуң килеме йәшәү минимумынан кәм булған ғаиләләр ала.

Түләү Рәсәйҙә кешеләргә 12 айға тәғәйенләнә һәм ғариза нигеҙендә оҙайтыла.

Кем пособие алырға мөмкин?
- йөклөлөктөң 12 аҙнаһына тиклем иҫәпкә торған йөклө ҡатындар;
- тыуғандан алып 17 йәшкә тиклемге баланың ата-әсәһенең (уллыҡҡа алыусыларҙың, опекундарҙың) береһе.

Ғаилә иҫәбенә кемде индерәләр?
- ғариза биреүсе — йөклө ҡатын, 17 йәшкә тиклемге баланың ата-әсәһе, опекуны йәки попечителе;
- ғариза биреүсенең ире йәки ҡатыны;
- 18 йәшкә тиклемге балалар, шул иҫәптән опекаға алынғандар һәм, көндөҙгө бүлектә уҡыһалар һәм никахта тормаһалар, 23 йәшкә тиклемге балалар.

Килемегеҙҙе баһалау һәм кәрәкле документтар йыйыу өсөн Рәсәй Социаль фондынан чек-ҡағыҙ менән файҙалана алаһығыҙ: vk.cc/cBpd6D.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: