-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Өфөлә террор акты ойошторорға уйлаған әҙәм билдәле

Террорсыны ҡулға алғанда бер кеше һәләк була

Үткән шәмбелә Өфөлә Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре террорсыны ҡулға алғанда бер кеше һәләк була.
Мәғлүм булыуынса, һәләк булған 27 йәшлек Бекзотжон Мурзакәримов үзбәк милләтенән, Рәсәй гражданы. "Московский комсомолец. Уфа" гәзите яҙыуынса, ул радикаль ислам яҡлы булып, республикала “дөрөҫ юлдан бармаған” бөтә мосолмандарҙы язалауҙы талап иткән “ата-бабаларыбыҙҙың ғәҙел диненә” ҡайтырға өндәп йөрөгән.
Бындай саҡырыуҙар йыш ҡына Өфөләге мәсеттәрҙең береһендә ишетелгән. Бының менән сикләнмәйенсә, ул террор акты ойошторорға йыйына. Йәғни үҙе ҡулдан бомба эшләп, Өфөлә күп кеше йөрөгән урынға урынлаштырып, шартлатырға уйлай.
Был хаҡта Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренә мәғлүм була. Улар күҙәтеү ойоштора, Бекзотжон енәйәт ҡылырға йыйынған ваҡытта сара күреп, фажиғәгә юл ҡуймай.
Махсус операция барышында Мурзакәримовты тереләй ҡулға алырға теләһәләр ҙә, енәйәтсе пистолеттан ут аса. Операция Дим биҫтәһендәге юлда, кеше күп йөрөгән урында уҙғарылғанға күрә, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында, енәйәтсене юҡ итергә мәжбүр булалар. Террорсының автомобилендә ҡулланыуға әҙер булған ҡулдан эшләнгән шартлатҡыс ҡорамал табыла. Саперҙар бомбаны зарарһыҙландыра.
Фото: 82.rodina.news
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: