-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостандың ҡайһы төбәктәренә урман янғындары янай

Урмандарҙы һауанан һаҡлауҙың үҙәк базаһы («Авиалесохрана») ил буйынса июлгә урман янғындарына фараз бирҙе. Башҡортостандың көньяҡ һәм үҙәк райондары урмандарында янғын сығыуы ихтимал.

Урмандарҙы һауанан һаҡлауҙың үҙәк базаһы («Авиалесохрана») ил буйынса июлгә урман янғындарына фараз бирҙе. Башҡортостандың көньяҡ һәм үҙәк райондары урмандарында янғын сығыуы ихтимал.
«Авиалесохрана» фаразды июнь өсөн гидрометеорологик хәлгә, Рәсәй Гидрометүҙәгенең июлгә һауа температураһы һәм яуым-төшөм мәғлүмәттәренә, шулай уҡ үҙҙәренең күп йыллыҡ мәғлүмәттәренә таянып төҙөй, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығында.
Шуға ярашлы, июлдә республиканың көньяғында һәм үҙәгендә ярайһы уҡ ҡоро һәм эҫе һауа торошо өҫтөнлөк итер тигән һығымта яһарға мөмкин. Ләкин оҙайлы фараздың ихтималлығы — 70%.
http://www.bashinform.ru/news/1180267-gde-v-bashkirii-budut-goret-lesa/
Читайте нас: