Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Дәүләкән районында тыуып үҫкән 11 меңдән ашыу һалдат Ватаныбыҙҙы һаҡлауөсөн Ҡыҙыл Армия сафына алынған, биш меңдән ашыу яҡташыбыҙ уҙған һуғыш йылдарында яу яландарында һәләк булған, йәки хәбәрһеҙ юғалған. Уларҙың береһе - Мөтиғулла Ильяс улы Ильясов. Ул 1897 йылдың 3 ноябрендә Дәүләкән районы Раев ауыл Советының Айыухан ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Революцияға тиклем мәҙрәсәлә белем ала, һуңынан уҡыуын мәктәптә дауам итә. 1923 йылда Ғәзизә исемле ҡыҙға өйләнә. Ғаиләлә алты бала: дүрт малай һәм ике ҡыҙ тыуа. Яҡындарының хәтирәләре буйынса, Мөтиғулла үҙ заманының әүҙем ағзаһы булған, «Ирек» колхозын ойоштороп, уның рәйесе булып киткән.
Һәр ғаиләгә ҡағылған ҡурҡыныс һуғыш ҙур илдең тыныс тормошон өҙә. Мөтиғулла Ильяс улының хәләл ефете 1939 йылда бала тапҡанда вафат була, балалары аталары ҡарамағында ҡала. Үҙ ирке менән фронтҡа ебәреүҙәрен һорап ҡарай, әммә кире боралар - бронь бирәләр. Илгә, фронтҡа иген кәрәк була, колхоз рәйесе булараҡ, уны ҡалдыралар. Шуға ҡарамаҫтан, 1942 йылдың февралендә, 44 йәшендә, ул ғәмәлдәге армияға саҡырыуға өлгәшә һәм Ватанды немец-фашист илбаҫарҙарынан һаҡларға фронтҡа алына.
Яҡташыбыҙ Калинин фронты составына ингән 22-се армияның 54-се уҡсылар бригадаһының беренсе айырым уҡсылар батальонына эләгә. 1942-1943 йылдарҙа бригада хәҙерге Тверь һәм Новгород өлкәләре биләмәһендә ҡан ҡойғос һуғыштар алып бара. Рядовой Ильясов батальон санитары итеп тәғәйенләнә, уға был осорҙағы һынылышлы һуғыштарҙың ҡот осҡос эҙемтәләрен үҙ күҙҙәре менән күрергә тура килә. Хеҙмәт бурыстарын яҡшы үтәгәне өсөн командование бер йылдан Мөтиғулланы хөкүмәт наградаһына - «Батырлыҡ өсөн» миҙалына тәҡдим итә. 1943 йылдың 1 мартындағы наградлау ҡағыҙында уның ҡаҙаныштары былай тип һүрәтләнә: «... Иптәш Ильясов 26 февралдән 1 мартҡа тиклем барған алыштар ваҡытында үҙен яралыларға тәүге ярҙам күрһәткән ҡыйыу һәм тәүәккәл санитар итеп күрһәтте. 20 яугирҙы һәм командирҙы һуғыш яланынан алып сыға. Яралыларға иғтибарлы, яҡшы иптәш, хеҙмәттәштәре араһында абруй ҡаҙана». Бер йыл хеҙмәт иткәндән һуң, дәүләт наградаһынан тыш, тәжрибәле санитар хеҙмәте буйынса ла юғары үрҙәргә өлгәшә – сержант званиеһы ала.
Мөтиғулла Ильясов тыуған төйәгендә ҡалған балаларын бер минутҡа ла иҫенән сығармай, уларға хаттар яҙып тора, нисек йәшәүҙәре менән ҡыҙыҡһына, күңеле менән һәр саҡ уларға ынтыла һәм ут эсендә йөрөгән башҡа яуҙаштары кеүек үк, дошманды тар-мар итеп, күптән көтөлгән Еңеү килеп, тыуған яҡтарына мотлаҡ әйләнеп ҡайтасағына ышана. Әммә яҙмыш башҡаса эш итә. Калинин өлкәһенең Холмск районындағы яуҙарҙың береһендә, 1943 йылдың 27 ноябрендә, сержант Ильясов хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була. Ғәскәри частың юғалтыуҙары китабында яҙылғанса, ул 65,9 бейеклектән 500 метр төньяҡтараҡ яу яланында мәңгелеккә ятып ҡала...
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ошондай һәләк булыусылар тураһында шағир Михаил Матусовский «Тишина » кинофильмына йыр өсөн шиғырҙар яҙа. Уның «...Таныш булмаған ауыл эргәһендә, исемһеҙ бейеклектә...» тигән һүҙҙәре күп һалдаттарыбыҙҙың Тыуған ил өсөн батырҙарса ауған урыны була.
Рәсәйҙең Эҙәрмәндәр хәрәкәтендә ҡатнашыусылар тапҡансы һалдаттың туғандары һәм яҡындары 79 йыл буйына уның яҙмышы тураһында бер нәмә лә белмәй. Яҡташыбыҙҙың һөйәктәре 2022 йылдың 24 апрелендә Хәтер вахтаһы сиктәрендә Чекуново ауылы эргәһендә эҙләнеү эштәре барышында Новгород өлкәһенең Холм ҡалаһынан «Пирамида» отряды тапҡан. Яҡташыбыҙҙың шәхесен асыҡларға «Батырлыҡ өсөн» миҙалы ярҙам иткән дә инде, ул уны һәр ваҡыт үҙе менән йөрөткән. Был миҙал – Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында идентификацион һаны яҙылған бик аҙ наградаларҙың береһе. 394859 һандары уның хужаһын асыҡларға булышлыҡ иткән.
Артабан Башҡортостанда сержанттың яҡындарын эҙләй башлайҙар. Социаль селтәрҙәр төркөмөнә урынлаштырылған мәғлүмәт ярҙамында бер тәүлектән һуң Мөтиғулла Ильясовтың туғандары менән бәйләнешкә сығалар. Асыҡланыуынса, Алыҫ Көнсығышта уның ҡыҙҙары Рәсимә менән Фәнилә, Ырымбур өлкәһендә - иң кеселәре Фәнил йәшәй, Дәүләкән районында бик күп ейән-ейәнсәрҙәре, бүләләре һәм бүләсәләре бар. Улар менән бергәләп һәләк булған геройҙың һөйәктәрен тыуған яғында яңынан ерләү тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Районда Мөтиғулла Ильясов менән хушлашыу урыны итеп Хәрби дан скверы һайланды, унда иҫтәлекле митинг ойошторолдо. Һәләк булған һалдат менән хушлашырға һәм уны һуңғы юлға оҙатырға уның туғандары, район һәм ҡала хакимиәттәре вәкилдәре, эҙәрмәндәр отрядтары һәм хәрби-патриотик клубтар тәрбиәләнеүселәре, запастағы яугирҙар, йәмәғәтселек, ҡала халҡы йыйылды.
Сарала ҡатнашыусылар алдында Әлшәй һәм Дәүләкән райондары хәрби комиссариаты вәкиле Н.М. Шәғәлиев, райондың ветерандар советы рәйесе Л.Ф. Ломовицкая, «Йондоҙ» эҙәрмәндәр отряды командиры Г.Ғ. Хәбибуллина, һәләк булған һалдаттың кесе улы Ф.М. Ильясов сығыш яһаны. Фәнил Мөтиғулла улы билдәләүенсә, ошо тиҫтәләрсә йылдар эсендә ғаилә аталарының мотлаҡ табылырына ышанып йәшәгән. Ул эҙәрмәндәргә атаһының һөйәктәрен тапҡандары һәм район хакимиәтенә тантаналы ерләүҙе яҡшы ойошторғандары өсөн рәхмәт белдерҙе.