Бәләгә тарыусы шунда уҡ ашығыс ярҙам менән дауаханға килтерелгән. Әлегә билдәле булыуынса, наркотик мәтдәне малайға өлкән синыф уҡыусыһы тәҡдим иткән. Әммә снюс баланың һаулығына кире йоғонто яһаған. Ул хатта аяғына ла баҫа алмай һәм үҙен адекват тотмай. Ошондай уҡ хәл бер нисә көн элек Новосибирск ҡалаһында ла теркәлгәйне. Малай әсәһен ишетмәй, биргән һорауҙарына ла яуап ҡайтармай.
Бөгөн снюстар йәки никотинлы ҡатнашмалар аҙыҡ-түлек магазиндарында ирекле һатыла. Ҡағыҙ пакеттағы порошоктар «кәнфит» йәки һағыҙҙы хәтерләтә. Ғәмәлдә ул тәмәкенән баш тартырға теләүселәр өсөн тәғәйенләнгән, әммә бөгөн ҡайһы бер мәктәп уҡыусылары уны эйфория, наркотиктың иҫерткес хисен тойоу өсөн ҡулланырға тотонған.
Башты бутаусы «кәнфит»тәрҙә никотин дозаһы бик ҙур, тәмәке менән сағыштырғанда ун тапҡырға күберәк. Иң мөһиме, снюстар ағыуланыу, хатта үлемгә тиклем килтерере ихтимал. Әлегеи ваҡытта прокуратура никотинлы ҡатнашмалар һатыуҙы тыйыусы закон проекты әҙерләй. Стәрлетамаҡта баланың ағыуланыу осрағы буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдары тикшереү башлаған.
Гүзәл Мәғәсүмова, Башҡортостан прокурорының өлкән ярҙамсыһы: “Баланың ағыуланыу осрағы буйынса Стәрлетамаҡ ҡалаһы прокуратураһы тарафынан тикшереү ойошторолған. Уның барышында бәлиғ булмағандарҙың хоҡуҡтары боҙолоуын профилактикалау системаһы органының эшенә тейешле баһа биреләсәк”.