-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Наркотиктарға-юҡ!
7 Ғинуар 2020, 18:50

Прегабалин, тапентадол һәм тропикамид.

Законһыҙ һатҡан өсөн яуаплылыҡ ҡаралған

Декабрҙә Рәсәйҙә көслө тәьҫирле препараттарҙың исемлеге киңәйтелде. Уға өс дарыу өҫтәлде. Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев тейешле ҡарарға 7 июндә үк ҡул ҡуйған. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында ла баҫылып сыҡты.

Көслө тәьҫир иткән матдәләр исемлеге өс препарат менән тулыланды. Улар – прегабалин, тапентадол һәм тропикамид. Улар йәшәү өсөн кәрәкле дарыуҙар исемлегенә инә, ләкин йыш ҡына наркотиктар булараҡ ҡулланыла.

Рәсәй “Яңылыҡтар” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, хоҡуҡ һаҡлаусылар мәғлүмәттәре буйынса, был дарыуҙар 2013 йылдан популярлыҡ яулай башланы: улар менән сауҙа итеү 20 тапҡырҙан ашыуға артты. Тәүҙә уларҙы мөҙҙәтһеҙ рецепттар буйынса һаттылар, ләкин 2015 йылдан бер тапҡыр яҙылған рецепт буйынса ғына бирә башланылар.

Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 234-се “Һатыу маҡсатында көслө тәьҫирле йәки ағыулы матдәләрҙең законһыҙ әйләнеше” статьяһында наркотик йәки психотроп булмаған көслө тәьҫирле йәки ағыулы матдәләрҙе рөхсәтһеҙ әҙерләгән, эшкәрткән, һатып алған, һаҡлаған, ташыған, шулай уҡ законһыҙ һатҡан өсөн яуаплылыҡ ҡаралған. Был ҡанунды боҙоусыларға һигеҙ йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү һәм 200 мең һумғаса штраф янай.

Фото: pushchino.msr.mosreg.ru
Автор: Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: