+2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июнь 2018, 12:24

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан Башҡортостан Хөкүмәтендә күп балалы әсәләрҙе бүләкләнеләр

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан Башҡортостан Хөкүмәтендә «Әсәлек даны» миҙалын тапшырыу тантанаһы үтте. Награда бына инде 20 йыл дауамында биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән күп балалы әсәләргә бирелә.

Күп балалы әсәләрҙе бүләкләү
Күп балалы әсәләрҙе бүләкләү
Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан Башҡортостан Хөкүмәтендә «Әсәлек даны» миҙалын тапшырыу тантанаһы үтте. Награда бына инде 20 йыл дауамында биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән күп балалы әсәләргә бирелә.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитовтың ҡулынан «Әсәлек даны» миҙалын 40-тан ашыу ҡатын алды. Башҡортостанда был награда бөтәһе 7,7 меңгә яҡын кешегә тапшырылған.
«Был награда – үҙенсәлекле. Һөнәри һәм тармаҡ наградалары менән сағыштырғанда, моғайын, ул иң ихласылыр, – тип билдәләне вице-премьер. – Шуның менән бергә, республикала яңыраҡ «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы тапшырыла башланы, ул да бик мөһим, ғаилә наградаһы».
Салауат Сәғитов һүҙҙәренсә, республикала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың майҙағы Указы менән билдәләнгән маҡсаттаға ирешеү буйынса ҙур эш башланған да инде. 2018 йылда республика ҡаҙнаһынан байтаҡ аҡса күләме балалар поликлиникаларын ремонтлауға йүнәлтелә. Балалар баҡсаларында ясле төркөмдәренең эшен ойоштороуға федераль бюджеттан 1,3 миллиардтан ашыу бүленгән.
Читайте нас: