-5 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Июнь 2018, 12:11

Әсәлек капиталы мөмкинлектәре киңәйтелде - Дмитрий Медведев

Хәҙер әсәлек капиталын яңынан кредитлау өсөн файҙаланырға мөмкин. Рәсәй Федерацияһы Премьер-министры Дмитрий Медведев вице-премьерҙар менән кәңәшмәлә ошо хаҡта хәбәр итте. Хөкүмәт рәйесе хәҙер әсәлек капиталы аҡсаһын бынан алда торлаҡ һатып алыу йәки төҙөү өсөн алған кредиттарҙы ҡабаттан кредитлау өсөн файҙаланырға мөмкин булыуы хаҡында иҫкә төшөрҙө. Ләкин был әлеге финанс бурыстары икенсе йәки артабанғы балалар тыуғанға тиклем булған осраҡта ғына ғәмәлдә, тип хәбәр итә ТАСС.

«Был бик уңайлы түгел, кешеләргә аҡса менән эш иткәндә иреклек кәрәк», — тип Дмитрий Медведевтың һүҙҙәрен килтерә агентлыҡ.
Вице-премьер Татьяна Голикова Рәсәйҙә ипотека ставкаларын төшөрөү тенденцияһы күҙәтелеүе, әсәлек капиталына эйә күп кенә ғаиләләр уны кредиттарҙы рефинанслауға йүнәлтергә теләүе хаҡында һөйләне. Ҡул ҡуйылған ҡарар ошондай мөмкинлек бирә. Бының менән 1,9 миллион ғаилә файҙаланыр тип көтөлә.
Читайте нас