+25 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
7 Июня 2018, 06:00

Башҡортостанда йылы оҙаҡҡа ҡалмай: синоптиктар һыуытыуҙы фаразлай

Башҡортостанда алдағы көндәрҙә һауа температураһы норманан түбән күрһәткестәргә төшә. Һауа массаларының алмашыныуы йәшенле ямғыр, урыны менән боҙ-борсаҡ һәм елдең көсәйеүе менән оҙатыла, тип күңелһеҙ фараздар бирә синоптиктар.

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 7 июндә республика буйлап ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, урыны менән уртаса. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы 13-18, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа 18-23 градусҡаса етә.
Артабанғы ике көндә төнгө һәм көндөҙгө температураларҙың түбәнәйеүе һаҡлана.
Читайте нас