2018 йылдың 6 июнендә БР иҡтисади үҫеш министырлығы урынбаҫары Людмила Мизонова рәйеслегендә эшлекле кәңәшмә үтте. Унда республикала конкуренция сәйәсәтен тормошҡа ашырыу өсөн яуаплы башҡарма власть органдары вәкилдәре ҡатнашты.
Сара барышында 2018 йылдың 5 апрелендә үткән Рәсәй Федерацияһы Дәүләт советы ултырышында тәҡдим ителгән РФ субъекттарында конкуренцияны үҫтереү күрһәткестәре анализланды, уларға өлгәшеү мөмкинлеге ҡаралды.
Фекер алышыу һөҙөмтәләре буйынса федераль антимонополия хеҙмәте (ФАС) кәңәшмәһенә тәҡдим ителгән һорауҙар әҙерләнде. Уны 2018 йылдың 8 июнендә үткәреү планлаштырыла.
РФ Дәүләт Советының эшсе төркөмө тарафынан әҙерләнгән материалдар нигеҙендә РФ субъекттарының башҡарма власть органдары тарафынан әҙерләнгән күрһәткестәр 2019-2021 йылдарҙың планы осорона конкуренцияны үҫтереү буйынса төбәк һәм муниципаль “юл карталарын” ҡулланыу өсөн нигеҙ буласаҡ.