+25 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
8 Июня 2018, 07:11

Халыҡ файҙаһына эшләйбеҙ

Тормошта шундай осраҡтар була, кеше оло йәшкә етеп, сит кешеләрҙең ярҙамына мохтаж саҡта япа-яңғыҙы ҡала. Ҡәрҙәштәре, яҡындары алыҫта, күршеләргә лә гел генә мөрәжәғәт итеп булмай, ә аптекаға дарыуға, магазинға аҙыҡ-түлеккә барырға, өй йыйыштырырға, башҡа йорт эштәрен башҡарырға көс тә, хәл дә юҡ.

Социаль хеҙмәткәрҙәрСоциаль хеҙмәткәрҙәр
Социаль хеҙмәткәрҙәр
Тормошта шундай осраҡтар була, кеше оло йәшкә етеп, сит кешеләрҙең ярҙамына мохтаж саҡта япа-яңғыҙы ҡала. Ҡәрҙәштәре, яҡындары алыҫта, күршеләргә лә гел генә мөрәжәғәт итеп булмай, ә аптекаға дарыуға, магазинға аҙыҡ-түлеккә барырға, өй йыйыштырырға, башҡа йорт эштәрен башҡарырға көс тә, хәл дә юҡ.
“Изге эш” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге тап шундай ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә ярҙам итеү маҡсатында булдырыла. Үҙәк 2015 йылдан бирле эшләп килә. Беҙ тормош-көнкүрештә, социаль-медицина йүнәлешендә ярҙам итеү, үҙебеҙҙең ҡул аҫтында булған өлкәндәрҙең сәләмәтлеген нығытыу йүнәлешендә эшләйбеҙ, шул уҡ ваҡытта ышаныс телефоны буйынса аноним рәүештә психологик ярҙам күрһәтәбеҙ.
Аҙыҡ-түлек, дарыуҙар килтереү, иҫәпләгестәр күрһәткестәре буйынса түләү, иҙән йыуыу, ашарға әҙерләү, өс йәшкә тиклемге балаларҙы ҡарап тороу кеүек ғәҙәти бурыстарҙан тыш, социаль хеҙмәткәрҙәр башҡа төрлө бик күп эштәр башҡара. Бындайҙарға өйҙә бөҙрәхана хеҙмәттәре күрһәтеү, ҡышҡылыҡҡа йәшелсәләр консервалау, йорт ҡоштарын йолҡоу, һарыҡ йөнөн ҡырҡыу һәм башҡалар инә. Яҙ һәм йәй көндәрендә баҡса ҡаҙыу, үҫентеләр ултыртыу, сәсеү кеүек мәшәҡәттәр өҫтәлә.
Быйыл май айында “Изге эш” үҙәге хеҙмәткәрҙәре ирекмәндәр менән берлектә шәфҡәтлелек акцияһы үткәрҙе, һуғыш ветераны Ә.З. Хәбировтың, ирле-ҡатынлы Булаевтарҙың йорт яны территорияһын тәртипкә килтерҙе. Өлкәндәр бик тә ҡәнәғәт булып, ҡыуанып ҡалды.
Беҙҙең үҙәктә 27 социаль хеҙмәткәр эшләй, уларҙың ҡарамағында 420 кеше. Үҙәккә эшкә алғанда иң беренсе сиратта кешенең тәртипле, тәрбиәле, намыҫлы булыуына, аралашыусанлығына иғтибар итәбеҙ. Өҫтәүенә ул кешеләрҙе яратырға тейеш. Шуға беҙҙең хеҙмәткәрҙәр сит кешеләргә иғтибарлы булыуҙары, һәр ҡайһыһының проблемаларына аңлы ҡарауҙары, уларҙы тыңлай белеүҙәре менән айырыла.
Оло йәштәгеләргә һәм инвалидтарға хужалыҡ эштәрен башҡарыуҙа ярҙам иткән Вера Леонидовна Толстикованы билдәләп үтәһе килә. Гөлназ Карам ҡыҙы Ситдиҡова шәхси хужалыҡтарында ярҙам итеп, үҙ бурысын еренә еткереп башҡара, шуның менән өлкәндәрҙең һөйөүен яулаған. Наталья Анатольевна Ефимова сәләмәтлеге ҡаҡшау сәбәпле, үҙенә ашарға бешерә алмаған өлкәндәргә тәмле ризыҡтар әҙерләй. Күңелен биреп башҡарған эше үҙенә сауап булып ҡайта, әлбиттә.
Йәштәрҙең килеүе ҡыуандыра. Улар өлкән иптәштәренән күреп, еңел булмаған эштәрендә уңышлы аҙымдар яһай. Уларға халыҡты хеҙмәтләндереүгә күп йылдарын арнаған ветерандар Ирина Васильевна Даникова, Нурия Шәйҙулла ҡыҙы Зонова, Рәмзиә Мәжит ҡыҙы Ҡадирова, Юлия Алексеевна Степина, Гөлсимә Әхнәф ҡыҙы Мөхәмәтова, Светлана Сәғит ҡыҙы Волобуева кәңәштәре менән ярҙамға килә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, социаль хеҙмәтләндереүгә мохтаж булған кешеләрҙең барыһы ла ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәклеген белмәй. Беҙҙең адрес: Дәүләкән ҡалаһы, Ҡыҙыл майҙан урамы, 9 а (КБО бинаһы), 2-се ҡат, 12-се бүлмә. Телефон: 3-05-79. Ҡабул итеү иртәнге 9-ҙан 18.00 сәғәткә тиклем, төшкө тәнәфес 13.00-дән 14.00 сәғәткә тиклем.
Бынан тыш, социаль хеҙмәттәр алыуға ғаризаны дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе күп функциялы үҙәккә тапшырырға мөмкин. Әгәр кеше даими рәүештә ярҙамға мохтаж тип таныла һәм уның айлыҡ килеме 10945 һумдан аҙыраҡ икән, хеҙмәтләндереү түләүһеҙ.
Һөнәри байрамдары көнөндә Халыҡты хеҙмәтләндереү үҙәге коллективын ихлас ҡотлайым. Фиҙакәр хеҙмәттәре, түҙемлектәре, аңлай белгәндәре, мәрхәмәтле йөрәктәре өсөн рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм һәм барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ғаилә тормошо, ҡала һәм район халҡы файҙаһына оҙаҡ йылдар эшләүҙәрен теләйем.
Читайте нас