+2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июнь 2018, 13:15

Һөйөнсө! Бәпес тыуҙы!

Дәүләкән үҙәк район дауаханаһында яңы тыуған сабыйҙарҙы тантаналы рәүештә теркәү үтте. Ул Ғаилә йылына һәм Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналды

Бәпес тыуыуы – оло ҡыуаныс.
Бәпес тыуыуы – оло ҡыуаныс.
Дәүләкән үҙәк район дауаханаһында яңы тыуған сабыйҙарҙы тантаналы рәүештә теркәү үтте. Ул Ғаилә йылына һәм Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналды
Кузнецовтар һәм Черновтар ғиләләрендә бәләкәстәр өҫтәлде, ә ҡалабыҙ йәнә ике гражданға артты. Бәхетле ата-әсәләр иҫтәлеклк китапҡа ҡул ҡуйҙы. Ғаиләләрендәге ҡыуаныслы ваҡиға менән уларҙы ЗАГС бүлеге, үҙәк дауахана вәкилдәре, туғандары ҡотланы.
Яңы донъяға килгән Антон Кузнецов менән Александр Черновты яҡындары менән бергәләп ҡаршы алырға хәҙер инде өлкән апай булған Даша Кузнецова, ағай булған Егор Чернов та килгән. Әле үҙҙәре бәләкәй булһалар ҙа, улар тыныс ҡына йоҡлап ятҡан ҡустыларын ҡыҙыҡһынып күҙәтте.
Бәләкәстәргә имен тормош, бәхетле бала саҡ теләп ҡалабыҙ.
Читайте нас: