+25 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
9 Июня 2018, 08:05

Башҡортостан һәм Ҡытай командаларының хоккей матчына Владимир Путин һәм Си Цзиньпин килде

8 июндә Владимир Путин Ҡытай Халыҡ Республикаһында булды. Ул унда ил рәйесе Си Цзиньпин менән осрашты. Дәүләттәр башлыҡтары бергәләп йәш командаларҙың хоккей матчына килде.

8 июндә Владимир Путин Ҡытай Халыҡ Республикаһында булды. Ул унда ил рәйесе Си Цзиньпин менән осрашты. Дәүләттәр башлыҡтары бергәләп йәш командаларҙың хоккей матчына килде.
«Матчта Рәсәй яғынан Туймазы ҡалаһының 2006 йылда тыуғандарҙың «Девон» хоккей командаһы ҡатнашты», — тип хәбәр иттелә Рәсәй Хоккей федерацияһының матбуғат хеҙмәтендә.
Владимир Путин һәм Си Цзиньпин боҙға сыҡты, йәш хоккейсылар менән аралашты һәм символик рәүештә шайба ташланы.
«Уйын башланыр алдынан командалар йыйылмаларҙың свитерҙарын Рәсәй Президентына һәм Ҡытай Рәйесенә бүләк итте», — тип аңлаттылар Рәсәй Хоккей федерацияһында.
Билдәләп үтергә кәрәк, Туймазының «Девон» командаһы Ҡытайға Рәсәйҙә һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһында хеҙмәттәшлекте һәм балалар хоккейын үҫтереү өсөн килде. Дуҫ илдәр ике яҡҡа тренерҙарын йүнәлтә, семинарҙар уҙғара һәм йәш уйынсылар өсөн турнирҙар ойоштора. Хеҙмәттәшлек шулай уҡ балалар хоккейына ла тарала, унда инфраструктура проекттары, шулай уҡ һырғалаҡ төҙөү ингән уртаҡ үҫеш программалары әҙерләнә.
Читайте нас