-1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Июнь 2018, 16:13

«Бурыслы» иҫкәртеү сараһы

2018 йылдың 13 июненән 21-нә тиклемге осорҙа, БР Эске эштәр министрлығы планына ярашлы, Дәүләкән районы һәм ҡалаһы территорияһында «Бурыслы» иҫкәртеү сараһы үткәрелә

2018 йылдың 13 июненән 21-нә тиклемге осорҙа, БР Эске эштәр министрлығы
планына ярашлы, Дәүләкән районы һәм ҡалаһы территорияһында
«Бурыслы» иҫкәртеү сараһы үткәрелә
«Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында» Рәсәй Федерацияһы кодексына ярашлы, ошондай яуаплылыҡҡа тарттырылған кеше штрафты административ штраф һалыу тураһында ҡарар үҙ көсөнә ингәндән һуң уны түләргә тейеш.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Дәүләкән районы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре суд приставтары хеҙмәте менән бергәләп көн һайын бурыслы кешенең йортона барасаҡ.
Штраф законда билдәләнгән ваҡытта түләнмәһә, ҡарарҙы сығарған орган, вазифалы кеше, уны мәжбүри түләтеүҙән тыш, РФ КоАП-ының 20.25-се статьяһы 1-се өлөшө буйынса административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Унда түләнмәгән штраф суммаһын икеләтә түләтеү (бер меңдән дә кәм түгел) йә иһә ун биш тәүлеккә тиклем административ рәүештә ҡулға алыу йәки илле сәғәткә тиклем мотлаҡ эштәргә йәлеп итеү ҡаралған.
Читайте нас: