+17 °С
Ясно
Антитеррор
Новости
20 Июня 2018, 06:44

Беренсе уҡытыусым

Тәүге уҡытыусы… Ошо тәү ҡарашҡа ике ябай ғына һүҙгә күпме мәғәнә, күпме көс һалынған. Сөнки уҡытыусының эше уҡытыуға ғына ҡайтып ҡалмай, ә киләсәктә баланың ниндәй шәхес булып үҫеуендә мөһим роль уйнай. Тик уҡытыусы ғына һәр баланың йөрәгенә үҙ асҡысын таба, уларҙын һәр уй-кисерештәрен үҙ йөрәге аша үткәрә. Белем тауҙарына үрләгәндә лә уҡытыусы тәүге ярҙамсы, алға әйҙәүсе маяҡ булып тора.

Добавить в предпочтительные источники Google
Тәүге уҡытыусы… Ошо тәү ҡарашҡа ике ябай ғына һүҙгә күпме мәғәнә, күпме көс һалынған. Сөнки уҡытыусының эше уҡытыуға ғына ҡайтып ҡалмай, ә киләсәктә баланың ниндәй шәхес булып үҫеуендә мөһим роль уйнай. Тик уҡытыусы ғына һәр баланың йөрәгенә үҙ асҡысын таба, уларҙын һәр уй-кисерештәрен үҙ йөрәге аша үткәрә. Белем тауҙарына үрләгәндә лә уҡытыусы тәүге ярҙамсы, алға әйҙәүсе маяҡ булып тора.
Ошондай үҙ эшен оҫта башҡарған, балаларҙың яратҡан уҡытыусыһы ғына түгел, ә кәнәшсеһе лә, иң яҡын кешеләренең береһе лә ул беҙҙең тәүге уҡытыусыбыҙ Гөлсинә Минзаһит ҡыҙы. Мәктәпкә ингән тәү аҙымдан башлап, башланғыс синыфтарҙы тамамлағансы ул беҙҙең балаларға иң ҙур терәк һәм ярҙамсы булып торҙо. Уның үҙ эшен яратып, бар күңелен һалып башҡарыуы ла һәр ерҙән күренеп тора. Шуға ла Гөлсинә Минзаһит ҡыҙы балаларҙың йөрәген тәү күреүҙән яулай. Уның тырышлығы ла бушҡа үтмәй. Балалар яҡшы уҡырға ғына түгел, ә мәктәптә үткәрелгән һәр сарала, төрлө түңәрәктәрҙә лә уңышлы шөғөлләнергә әүәҫләнеп китәләр.Уҡытыусы һалған ныҡлы белем нигеҙе киләсәктә лә балаларға яңынан-яңы үрҙәр яуларға, үҙ иленә кәрәкле шәхес булып уҫергә ярҙам итеренә һис шикһеҙ ышанабыҙ. Шуға ла беҙ тәүге уҡытыусыбыҙ Гөлсинә Минзаһит ҡыҙына сикһеҙ рәхмәтлебеҙ! Беҙҙең балаларға йәлләмәй өләшкән йөрәк йылығыҙ Һеҙгә мең рәхмәт булып кире әйләнеп ҡайтһын! Киләсәктә лә уҡыусыларығыҙҙың уңыштарына һөйөнөп, яратҡан эшегеҙҙең бәрәкәтен күреп эшләргә лә эшләргә яҙһын Һеҙгә, хөрмәтле уҡытыусыбыҙ !!!
Читайте нас