Ағымдағы йылдың май айында уртаса пособие күләме 4 078 һум, йәғни эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы дәүмәленән 46,1 процент тәшкил иткән.
Төбәктең Хеҙмәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, эшһеҙлек буйынса иң түбән күләмдә пособие алыусылар 33 проценттан ашып киткән, иң ҙурын – 53 процент ала.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 20 мең самаһы рәсми теркәлгән эшһеҙ иҫәпләнә. Теркәлгән эшһеҙлек кимәле июнь башына 1 процент тәшкил иткән.
Төбәктә эш көсөнөң дөйөм иҫәбе әле яҡынса 1,958 миллион кешегә етә.