+24 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
21 Июня 2018, 07:35

Өфөгә Салауат Юлаевтың һуңғы төйәгенән таш алып ҡайттылар

Өфөгә башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың һуңғы төйәгенән Эстониялағы Палдиски ҡалаһынан (элекке Рогервик ҡәлғәһенән) таш алып ҡайттылар.

Өфөгә башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың һуңғы төйәгенән Эстониялағы Палдиски ҡалаһынан (элекке Рогервик ҡәлғәһенән) таш алып ҡайттылар.
Кисә «Салауат юлдары буйлап» киноэкспедицияһы Өфөгә ҡайтты. Салауат Юлаев майҙанында Башҡортостан Кинематографистар союзы рәйесе Фәрит Ғәбитов етәкселегендә ижади төркөмдө дуҫтары, туғандары һәм журналистар ҡаршы алды.
Экспедицияла ҡатнашыусылар Салауаттың каторгала аҙапланған таш сығарыу урынынан таш алып ҡайтыуҙарын һөйләне. Эстония еренән символик сәләм баш ҡалалағы һәйкәл эргәһенә һалынды.
Читайте нас