-1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июнь 2018, 16:00

Владимир Путин аҡсаны урлайҙар тип шикләнгән осраҡта картаны блокировкалау тураһында закон ҡабул итте

Рәсәй Президенты Владимир Путин банк карталарынан аҡсаны урлауға ҡаршы тороу тураһында законға ҡул ҡуйҙы. Рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған документ банктарға операция түләүсенең ризалығынан тыш башҡарыла тип шикләнгән осраҡта ике көнгә аҡса күсереүҙе туҡтатырға хоҡуҡ бирә.

Закон клиенттың иҫәбенән рөхсәтһеҙ аҡса күсереүгә юл ҡуймауға йүнәлтелгән. Түләү системалары операторҙары Рәсәй банкына клиенттың рөхсәтенән тыш аҡса күсереү осраҡтары йәки маташыуҙары хаҡында мәғлүмәт еткерергә бурыслы, тип хәбәр итә ТАСС.
Закон баҫылып сыҡҡандан һуң 90 көн үткәс үҙ көсөнә инә.
Читайте нас: