+2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июль 2018, 17:44

Ипотека буйынса бурыслыларҙы үтәлеш йыйымынан бушатыуҙары ихтимал

Ипотека буйынса бурыслыларҙы, әгәр эш суд приставтарына тиклем етһә, йыйылған үтәлеш йыйылмаһынан бушатыуҙары ихтимал. Бындай башланғыс менән Дәүләт Думаһының бер төркөм депутаттары сығыш яһаны, тип хәбәр итә «Известия».

Бындай сара ауыр тормош хәлендә ҡалған дәүләт ярҙамы программаһында ҡатнашыусы заем алған кешеләргә таралырға тейеш, тип күҙаллана.
Бөгөнгә үтәлеш йыйымы бурыстың 7 проценты тәшкил итә һәм ҡайһы саҡта был сумма бер нисә миллион һумға барып етә. Бурыслы бирәсәге өсөн банкка фатирын һатып, унан да һәм бөтә бурыстарын түләүҙән һуң уға ҡалырға тейеш аҡсаның бер өлөшөнән дә мәхрүм ҡала.
Читайте нас: