Башҡортостанда республиканың яртыһы тиерлек – 24 район аграрийҙары бөртөклө ужым культураларын йыйыуға тотонған. Төбәк буйынса бөтәһе 20,2 мең гектар ужым арышы, бойҙайы һәм тритикалеһы урылған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында. Быйыл кәмендә 3 миллион тонна (былтыр 3,9 миллион тонна иген йыйып алынған) уңыш йыйыу күҙаллана.
21 район иген һуғыуға тотонған. Бөтәһе 9,9 мең гектар бөртөклө культура һуғылған. Уртаса уңыш гектарынан 21,4 центнер тәшкил иткәндә 21,2 мең тонна иген һуғылған.
Стәрлетамҡ районында иң күп иген һуғылған – 3,7 мең тонна. Шулай уҡ Әлшәй һәм Көйөргәҙе райондары игенселәре яҡшы тиҙлек күрһәтә, уларҙа 2,3-шәр мең тонна иген.