Башстат республикала пенсияларҙың уртаса күләмен атаны. Һуңғы йылда пенсионерҙар һаны 1,5% артҡан һәм хәҙер 1,186 миллион кеше тәшкил итә. Былтыр улар 1,168 миллион булған.
995,2 мең пенсинер ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһын ала, июль башына түләүҙең уртаса күләме — 13 099 һум.
Инвалидлыҡ буйынса уртаса пенсия — 8537,8 һум, ҡараусыны юғалтҡан осраҡта — 8996,3, дәүләт пенсия тәьминәте буйынса түләү 9382,7 һум тәшкил итә.
Һөҙөмтәлә пенсияның уртаса күләме — 12791,8 һум (2017 йылдың беренсе ярты йыллығына ҡарағанда, 483 һумға күберәк).