Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында урындағы халыҡты ике көн дауамында: 6 һәм 7 сентябрҙә насар һауа торошо була тип иҫкәрттеләр. Атап әйткәндә, Башгидрометүҙәк синоптиктары төнгө ҡырауҙар вәғәҙәләй. Һауала һәм тупраҡ өҫтөндә температура -2 градусҡаса төшә. Алдағы тәүлектәрҙә төбәктә яуым-төшөм фаразланмай. Көндөҙ һауа 15-20 градусҡа тиклем йылына. Өфөлә көндөҙ термометр бағанаһы +20-22 градусҡа тиклем күтәрелә, төндә һалҡыныраҡ 10-13 градус.