0 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Сентябрь 2018, 14:12

Төбәктә уртаса айлыҡ йәшәү минимумы күләме артты

2018 йылдың 5 сентябрендә Башҡортостан Хөкүмәте яңы уртаса айлыҡ йәшәү минимумы күләмен билдәләнгән ҡарар сығарҙы. Ағымдағы йылдың икенсе кварталында ул 9014 һум тәшкил итте. Ул йән башына уртаса айлыҡтан сығып иҫәпләнә.

«Төп социаль-демографик халыҡ төркөмө өсөн йәшәү минимумы түбәндәге күләмдәрҙә билдәләнде: 9552 һум — эшкә һәләтле халыҡ өсөн, 7315 һум — пенсионерҙар өсөн һәм 9182 һум — балалар өсөн», — тип һөйләнеләр төбәк Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йылдың беренсе кварталында уртаса айлыҡ йәшәү минимумы Башҡортостанда 8615 һум тәшкил итте.
Читайте нас: