0 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Сентябрь 2018, 11:02

Башҡортостанға көҙгө һыуыҡтарҙың ҡасан килеүе билдәле булды

Йылы һауа торошо яйлап Башҡортостан биләмәһен ҡалдырып китә. Уға алмашҡа һыуыҡтар килә. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы төнгө ҡырауҙар тураһында иҫкәртте. Моғайын, бындай һауа торошо дауам итер: термометр күрһәткесе аҡрынлап аҫҡа төшә.

«Гисметео Өфө» порталы мәғлүмәттәре буйынса, көндөҙгә 20 градуслы һауа температураһы Башҡортостандың баш ҡалаһында был аҙна аҙағына тиклем һаҡлана. Унан һуң түбәнәйә башлай һәм 27 сентябрҙә көндөҙ +6 градус билдәһенә етә.
Яуым-төшөм норма сиктәрендә көтөлә. Әлегә ҡар көтөргә кәрәкмәй: синоптиктар тәүге ҡарҙы октябрҙең өсөнсө декадаһында фаразлай.
Читайте нас: