+2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Сентябрь 2018, 18:24

«Ҡоралыңды тапшыр» операцияһы: Башҡортостанда йәшәүселәргә боеприпастар һәм шартлатҡыстар өсөн аҡса түләйҙәр

Росгвардияның Башҡортостан буйынса идаралығы 17-28 сентябрҙә төбәктә «Ҡоралыңды тапшыр» иҫкәртеү операцияһын үткәрә. Ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә асыҡлыҡ индереүҙәренсә, һәр кем законһыҙ һаҡланған ҡоралдар, боеприпастар, шартлатҡыс матдәләр һәм шартлатыу ҡорамалдарын тапшыра ала. Бының өсөн енәйәт йәки административ яуаплылыҡ янамай. Аҡсалата бүләкләү ҡаралған.

«Ошо ҡоралды ҡулланып, бер ниндәй ҙә енәйәт ҡылынмаған тигән шарт менән, әлбиттә, — тип өҫтәне Росгвардия вәкиле. — Ҡоралды тапшырыу бик ябай. Быны полицияның һәр бүлегендә эшләргә мөмкин: ғариза яҙырға, паспорт мәғлүмәттәрен, аҡса күсереү өсөн банктағы иҫәп мәғлүмәттәрен бирергә һәм түләүҙе көтөргә. Эксперт-криминалистар ҡоралды тикшергәндән һуң техник комиссия уның торошон баһалай һәм хаҡын билдәләй. Ғәҙәттә, аҡсаү ай дауамында алырға мөмкин».
Үҙ теләгең менән тапшырған ҡорал өсөн аҡса түләүгә республика ҡаҙнаһынан йыл һайын яҡынса 3,6 миллион һум бүленә.
Ағымдағы йылда Росгвардияның Башҡортостан буйынса идаралығының Лицензия-рөхсәт биреү үҙәгенә 183 берәмек ҡорал, 93 меңдән ашыу дана боеприпас, 20 килограмдан күберәк шартлатҡыс матдә ҡабул ителгәнлеге тураһында 190-дан ашыу ғариза килгән. Компенсациялар түләү суммаһы 2,2 миллион һумға тәшкил иткән.
Читайте нас: