Башҡортостан уҡыусыларын VIII «Башҡортостан ҡоштары» республика балалар интернет-конкурсында (йәй/көҙ миҙгеле) ҡатнашырға саҡыралар.
Конкурста бер нисә номинация: ҡош менән фото; ҡоштар өсөн файҙалы ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртыу; Башҡортостанда оялаған һәм йылы яҡҡа осҡан ҡош һүрәте; Башҡортостанда оялаған һәм йылы яҡҡа осҡан ҡош төрҙәре тураһындағы һорауҙарға яуаптар.
Конкурс өсөн материалдарҙы «Башҡортостан ҡоштары» конкурсы сайтына ебәрергә кәрәк. Эштәр 2018 йылдың 1 октябренән 7-нә ҡабул ителә, 2018 йылдың 1 ноябрендә еңеүселәр иғлан ителә.