Республика ойошмалары һәм предприятиелары хеҙмәткәрҙәренең ағымдағы йылдың тәүге ете айында уртаса айлыҡ эш хаҡы – 32 106 һум, июлдә 32 292 һум тәшкил иткән, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.
2017 йылдың ғинуар-июле менән сағыштырғанда төбәктә уртаса эш хаҡы 9,7 процентҡа күтәрелгән.
Шул арала, халыҡтың уртаса аҡсалата килеме быйыл ғинуар-июлдә айына – 25 577 һум, июлдә 28 273 һум булған.
2017 йылдың ғинуар-июле һәм июле менән сағыштырғанда кәмеү 0,2-2,6 процент тәшкил иткән.