+2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Сентябрь 2018, 17:23

Мәскәүҙән Өфөгә автобус рейсы асылды

21 сентябрҙән Мәскәүҙән Башҡортостандың баш ҡалаһына автобус рейсына билеттар һатыла башланы. «Новогиреево» автостанцияһынан Өфөгә тиклем маршрут автобустары көн һайын (Перовская урамы, 70-се йорт) киске сәғәт 6-ла юлға сыға.

Юл хаҡы өлкәндәргә — 1 800 һум, айырым урын биләгән 12 йәшкәсә балаларға (тыуыу тураһында таныҡлыҡты күрһәтергә кәрәк) 900 һум тәшкил итә. Багаж — 200 һум», — тип хәбәр иттеләр «Мосгортранс»тың матбуғат хеҙмәтендә.
Билеттарҙы автостанция кассаһында һәм www.av.mos.ru аша онлайн һатып алырға мөмкин.
Читайте нас: