Өфө һөткә хаҡтар буйынса йәнә республиканың иң ҡиммәт ҡалаһы тип танылды, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.
Статистиктарҙың һайланма күҙәтеү мәғлүмәттәре буйынса, республика буйынса ҡайнатылмаған пастеризацияланған һөткә уртаса ҡулланыу хаҡтары сентябрҙә бер литры өсөн 44,42 һум кимәленә еткән.
Баш ҡалала йәшәүселәргә пастеризацияланған һөттөң литры сентябрҙә 45,97 һумға төшкән. Ул августҡа ҡарағанда 1,20 һумға ҡиммәтерәк.
Стәрлетамаҡта һөт осһоҙораҡ – бер литры уртаса 43,59 һум, Нефтекамала – 42,41.
Сентябрҙә һөт алыу иң отошло Сибайҙа йәшәүселәр өсөн булған – бер литры өсөн 41,08 һум.
Башҡортостанда сентябрҙә һөт һәм һөт ризыҡтары 0,3-3,2 процентҡа ҡыйбатланған, тип хәбәр итә статистиктар.