Тәүлек әйләнәһенә эшләгән «Башҡортостан 24» телеканалы аҙна һайын йома вәғәздәрен күрһәтергә ниәтләй. Өфөләге Беренсе йәмиғ мәсетенән вәғәзде иртәгә, 19 октябрҙә, көндөҙгө сәғәт 1-ҙә ҡарарға мөмкин. Уны Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин уҡый.
Телеканал директоры Рәмзит Әбүләев һүҙҙәренсә, тапшырыу дингә ышанған мосолмандар өсөн мотлаҡ һаналған йома намаҙына барырға ваҡыты йәки ышанысы етмәгән кешеләргә тәғәйенләнгән.
«Улар өлкән йәштәге, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр, йәш балалы әсәләр йәки сәйәхәтселәр булыуы ихтимал. Намаҙға һәр гаджеттан ҡушылыу мөмкинлеге бар», — тине телеканал директоры.
«Башҡортостан 24» телеканалын Яндекс.Эфирҙа, Башҡортостан провайдерҙарының кабель селтәрҙәрендә һәм «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы сайтында ҡарарға була. Тәүлек әйләнәһенә эшләгән канал Smart TV функциялы телевизорҙарҙың һәм Android, iOS платформаларындағы мобиль телефондарҙың ҡушымталарында ла күрһәтә.