-4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Октябрь 2018, 17:07

Керчь ҡалаһындағы фажиғәгә бәйле Өфө мәктәптәрендә һәм балалар баҡсаларында тикшереүҙәр ойошторола

Өфө мәктәптәрендә һәм балалар баҡсаларында Керчтағы фажиғәнең ҡабатланыуына юл ҡуймау өсөн биналарҙа тикшереү уҙғарыла, хәүефһеҙлек саралары көсәйтелә һәм башҡа саралар күрелә. Был хаҡта Өфө мэрияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 17 октябрҙә Керчтағы политехник колледжында (Ҡырым) шартлау һәм атыш һөҙөмтәһендә 19 кеше һәләк булды, 50-гә яҡыны йәрәхәтләнде. Улар, башлыса, уҡыусылар. 18 йәшлек 4-се курс студенты Владислав Росляков тиҫтерҙәренә һәм уҡытыусыларына ут асҡан, теракт ҡылғандан һуң үҙ-үҙенә ҡул һалған. Үлтереү тураһында енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү бара. Әлеге мәлгә мәғлүмәт буйынса, студенттың бер ниндәй ҙә сәбәбе булмаған, ул ҡорал һәм ошоға оҡшаш ваҡиғалар менән мауыҡҡан.
Ҡырымда өс көнлөк матәм иғлан ителде.
Читайте нас: