+23 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
6 Ноября 2018, 07:02

Башҡортостанда бишенсе «Ғаилә ҡиммәттәре – 2018» фестиваль-конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

Башҡортостанда бишенсе «Ғаилә ҡиммәттәре – 2018» фестиваль-конкурсына ғаризалар ҡабул ителә. Бишенсе миҙгел темаһы: «Ихатала байрам ойошторайыҡ».

Башҡортостанда бишенсе «Ғаилә ҡиммәттәре – 2018» фестиваль-конкурсына ғаризалар ҡабул ителә. Бишенсе миҙгел темаһы: «Ихатала байрам ойошторайыҡ».
Ҡатнашыуға документтарҙы 12 ноябргә тиклем ебәрәргә мөмкин.
Һәр ғаиләгә номинацияларҙың берәүһен һайларға һәм үҙҙәренең иң яратҡан уйындары хаҡында һөйләргә тәҡдим ителә. Конкурста дүрт номинация: «Туп уйында», «Халыҡ стилендә», «Аң-белем уйындары», «Мин уйын уйлап сығарам».
Ҡатнашыу тураһында ентекләберәк сайтта яҙылған.
Еңеүселәрҙе 24 ноябрҙә «Ғаилә донъяһы. Әсәлек һәм балалыҡ» махсуслаштырылған күргәҙмә-форумы сиктәрендә бүләкләйҙәр.
Читайте нас